top of page

ОБО МНЕ

Мин – уҡытыусы

 

 

        Ғәббәсов Рим Муллағәли улы Салауат педагогия училищеһын, 1992 йылда  Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Айырым фәндәре тәрәнәйтеп уҡытылған 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе”ндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

        Дөйөм педагогик стажы – 21 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ – 10 йыл. Юғары категориялы уҡытыусы.

        Стәрлетамаҡ ҡалаһы халыҡ мәғарифы идаралығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, ”Рәсәй мәғарифы үҫешенә индергән өлөшө өсөн” III  дәрәжә орденына лайыҡ булған.

        “Ашҡаҙар” ҡала гәзитендә “Туған телен белмәгән өсөн эшкә алмайҙар” мәҡәләһе менән сығыш яһаған. “Литобраз” сайтында “Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы технологиялар, инновацион алымдар менән эшләү” уҡытыу-методик материалы, “Инфоурок” сайтында “11-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы һәм календарь-тематик планлаштырыу”  методик эшкәртмәһе, “Башҡорт халҡының “Аулаҡ өй” йолаһы” темаһына эҙләнеү эше, “Методкабинет.рф” порталында “Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған дәрес” методик эшкәртмәһе баҫылып сыҡҡан.

         Уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, викториналарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай:

  • “Шәжәрә байрамы” ҡала конкурсында 3-сө класс уҡыусыһы Мусина Софья “Эҙләнеү эше” номинацияһында 2-се урын; 9-сы класс уҡыусыһы Фәттәхова Регина “Ғаиләм – ҡәлғәм” эссеһы өсөн 3-сө урын алған.

  • “Республикамды данлайым” ҡала конкурсының “Инша” номинацияһында 8-се класс уҡыусыһы Ғәлләмова  Диана һәм 9-сы класс уҡыусыһы Үлмәҫбаева Зарина иншалары 3-сө урынға лайыҡ булған.

  • 8-се класс уҡыусыһы Хәйретдинова Лиананың “Ватаным юлдары – 2015” ҡала конкурсының тыуған яҡты өйрәнеү буйынса башҡарған эҙләнеү эше 3-сө урын алған, шулай уҡ Лиана Хәйретдинованың  “Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ” исемле иншаһы “Литобраз” порталының “Туған тел” Бөтә Рәсәй ижади эштәр конкурсында беренсе урын алып, уҡыусыға ҡиммәтле бүләк тапшырылған.

  • “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында 9-сы класс уҡыусыһы Суфиянов Илнурҙың  сығышы I дәрәжә дипломына лайыҡ булған.

         Уҡытыусы мәктәп, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған семинарҙарҙа, конференцияларҙа, асыҡ дәрестәр үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

        Буш ваҡыттарында  баҡсала эшләй, ғаиләһе  менән  йәшелсә-емеш үҫтерә, тәбиғәт ҡосағында ла ял итергә өлгөрә. Йәйге ял ваҡытында бер туған апаһына бал ҡорттарын ҡарауҙа, умарталарын тәрбиәләүҙә һәм бал ағыҙыуҙа ярҙамлаша.

       Ғаилә хәле – өйләнгән. Ҡатыны Альбина Ринат ҡыҙы менән ике ул үҫтерә. Риваль 3-сө класта уҡый, Тамерлан бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан шахмат мәктәбендә шөғөлләнә.

 

bottom of page